Һайлау нисек бара?09.09.2018
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт 6-ға республикалағы тауыш биреүгә хоҡуғы булған 1 миллион 228 325 кеше гражданлыҡ бурысын үтәгән. Был 40, 26 процентты тәшкил итә.

Баш ҡалала исемлектәге халыҡтың 22, 95 проценты тауыш биргән. Өфөнөң айырыуса Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында әүҙемлек күҙәтелгән.

Башҡа төбәктәргә килгәндә, Күмертау, Сибай ҡалаларында, Бөрйән, Ейәнсура, Күгәрсен, Салауат, Саҡмағош, Йылайыр, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Тәтешле райондарында тауыш биреүселәр һаны күп.

Һайлау участкаларында тәртип боҙоуҙарға ялыу итеп, республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына ун мөрәжәғәт килгән. Ә “ҡыҙыу бәйләнеш”кә иһә бөгөн 67 кеше шылтыратҡан.


Вернуться назад