Инга Йомашева: “Тыуған илебеҙҙең киләсәгенә ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәйек”09.09.2018
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашева һайлау кампанияһына ҡағылышлы фекерҙәре менән уртаҡлашты.

- Бөгөн беҙҙең төбәктә Башҡортостан Республикаһының юғары закон сығарыу органы — Ҡоролтай депутаттарын һайлайҙар. Яңы саҡырылыш составының ниндәй буласағы һайлаусыларға бәйле. Бөгөн Башҡортостан халҡы үҙенең хоҡуҡтарын, республикабыҙҙың мәнфәғәтен кем яҡлаясағын, яңы үҙгәрештәргә кем йүнәлеш бирәсәген хәл итә. Был мөмкинлекте лайыҡлы сәйәсмәндәргә тапшырырға кәрәк, — тине парламент вәкиле.

Депутат беренсе тапҡыр 18 йәшендә тауыш биргән мәле хаҡында һөйләне. Был IV саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлаған осор була. Шул ваҡыттан алып Инга Йомашева урындағы һәм федераль әһәмиәттәге һайлауҙарҙа даими ҡатнаша.

- Һайлау – ябай граждандарҙың илебеҙҙәге сәйәси хәлгә йоғонто яһау алымы, тигән фекерҙәмен. Конституция биргән ошо хоҡуҡтан файҙаланмау иһә тыуған төйәгебеҙҙең киләсәгенә битарафлыҡ күрһәтеү тигән һүҙ, — тине депутат.


Вернуться назад