“Рәсәй патриоттары” партияһы вәкиле брифингы09.09.2018
Партияның Башҡортостан төбәк бүлесәһе рәйесе Заһир Хәкимов “Рәсәй патриоттары”ның һайлау алды әҙерлеге хаҡында тәфсирләп һөйләне.

Заһир Әҡсән улы әйтеүенсә, улар әҙерлек эштәрен 2013 йылда уҡ башлаған. “Башҡортостан патриоттары” тигән коалиция төҙөгәндәр.

– Йылдан-йыл һайлау кампанияһы ғәҙелерәк була бара. Быға КОИБ-тарҙың күбәйеүе лә булышлыҡ итә. Был һайлау алды кампанияһы ла тигеҙлек һәм ғәҙеллек принциптарына таянды. Алты партия үҙ-ара ғәҙел һайлау тураһында килешеү төҙөнө. Шулай ҙа дебаттарҙа ҡатнашыу буйынса бөтәһенә лә тигеҙ шарттар тыуҙырылһа, яҡшы булыр ине. Был юҫыҡта ҡануниәтте камиллаштырырға кәрәк, – тине ул.


Вернуться назад