Рөстәм Мәрҙәнов: «Башҡортостандар халыҡ мәнфәғәтендә эшләүсе депутаттар өсөн тауыш бирер, тип ышанам»09.09.2018
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡатнашт. Ул үҙенең гражданлыҡ бурысын «Башҡортостан» дәүләт концерт залы бинаһында 109-сы һайлау участкаһында үтәне.

— Бөгөн республикабыҙ халҡы ғәҙел аҙым яһар һәм яуаплы, патриотик рухлы, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә етди эшләүсе депутаттарҙы һайлар, тип ышанабыҙ. Тотош илебеҙҙең киләсәге һәм республикабыҙ алдында торған ғәйәт ҙур бурыстарҙы иҫәпкә алғанда, был бик мөһим. Рәсәй Президенты Владимир Путин алдағы алты йылға социаль-иҡтисади үҫеш маҡсаттарын билдәләгәнен беләһегеҙ, — тине Рөстәм Мәрҙәнов. — Республика 2030 йылға тиклем үҙенең Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын ҡабул итте. Унда республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыртыу маҡсаттары ҡаралған».


Вернуться назад