Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә “Берҙәм Рәсәй”, “Ғәҙел Рәсәй” партиялары вәкилдәренең брифингы булды. Унда "Берҙәм Рәсәй" партияһынан Руслан Ғиззәтуллин, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән Юрий Игнатьев сығыш яһаны.
Руслан Ринат улы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау, уға әҙерлек тураһында былай тине: “Беҙҙең партия һайлау алды компанияһын бик әүҙем үткәрҙе. Ил буйлап халыҡ менән күп осрашыуҙар, шул иҫәптән Башҡортостанда егермеләгән сара ойошторҙоҡ. Уларға 15 меңләп халыҡ йәлеп ителде”.
Юрий Викторович та, үҙ партияһының һайлау алды компанияһы эшен яҡшы баһалап, уға 2017 йылдың март айынан уҡ әҙерлек башлауҙарын белдерҙе.