Өфөләге “Һайлау-2018” Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә билдәле политологтар фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Был юлы журналистар алдында фән кандидаттары Эдуард Гәрәев менән Артур Сөләймәнов сығыш яһаны. Эдуард Сәғиҙулла улы: “Халыҡ барлыҡҡа килгән сәйәси институттарға торған һайын нығыраҡ ышаныс белдерә бара”, – тине. Артур Рәмил улы иһә: “Яңы депутаттар корпусы күп партиялылыҡты һаҡлап ҡаласаҡ. Партияларҙың төбәк бүлексәләре үҙ эшен бик әүҙемләштерҙе”, – тип белдерҙе.