Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.
Ул Өфөләге “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһына тауыш биреү өсөн килде. Парламент Рәйесе шулай уҡ һайлаусылар һәм күҙәтеүселәр менән аралашты, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Константин Борисович меңдән ашыу кандидаттың 110 депутат урыны өсөн көрәшеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, сәйәси партияларҙың юғары әүҙемлеген билдәләне.