Ейәнсура районының төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Бикбаев әйтеүенсә, төшкә тиклем районда һайлаусыларҙың яртыһы тауыш биргән. Райондағы 59 һайлау участкаһында ла тауыш биреү яҡшы ойошторолған. Һайлау участкаларының барыһының да беренсе ҡатта урынлашыуы ололар өсөн бигерәк тә уңайлы. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә бар уңайлыҡтар булдырылған, шулай уҡ һайлауға килә алмаусыларға йорттарына барып тауыш биреү ойошторолған.
Ике һайлау участкаһында КОИБ эшләй, шулай уҡ йәмәғәт именлеген һаҡлауға 90 полиция хеҙмәткәре һәм 78 дружинник йәлеп ителгән. Һәр һайлау участкаһында мәҙәни саралар ҡаралған, йәрминкәләр эшләй, һатыу нөктәләре булдырылған.