Бөгөн Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын һайлайбыҙ. Халыҡ был сәйәси сарала әүҙем ҡатнаша. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВ та гражданлыҡ бурысын үтәне. Депутат әйтеүенсә, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай илебеҙҙә иң әүҙем эшләгән төбәк парламенты.
— Мөһим сара ғәҙел үтһен. Башҡортостандың киләсәге өсөн тырышып хеҙмәт итерҙәй, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу өҫтөндә эшләрҙәй кешеләр һайланырына ышанам”, — ти Зариф Закир улы.