“Һайлау юғары кимәлдә үтәсәк”09.09.2018
Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә һайлау буйынса эксперт, социология фәндәре кандидаты, БДУ уҡытыусыһы Гүзәлиә Әсәҙуллина булып китте. Ул һайлау барышы тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Эксперт фекеренсә, республика кимәлендәге һайлауға граждандар, ғәҙәттәгесә, ил Президентын һайлауға ҡарағанда аҙыраҡ киләсәк, сөнки йәмғиттә сәйәси лидерҙар сәйәси институттарға ҡарағанда юғарыраҡ баһалана. Шул уҡ ваҡытта, Башҡортостандың Үҙәк Һайлау комиссияһының мәғлүмәти йәһәттән ҙур эш башҡарғанын иҫәпкә алып, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау юғары кимәлдә үтәсәк.

Гүзәлиә Әсәҙуллина әйтеүенсә, халыҡ партия исемлеге буйынса һайланасаҡ кандидаттарҙан бигерәк, бер мандатлы исемлек буйынса үткәндәргә күберәк ышаныс белдерә, сөнки һайлау алды кампанияһы ваҡытында улар менән күҙмә-күҙ осрашып, проблемалар хаҡында һөйләшеү мөмкинлеге булды.


Вернуться назад