Бөгөн 155 йөҙйәшәр тауыш бирәсәк09.09.2018
Башҡортостандың Үҙәк Һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса 9 сентябрҙәге һайлауҙарҙа 19 618 кеше беренсе тапҡыр ҡатнаша (18 йәше тулғандар). Шулай уҡ, 100 йәште уҙған 155 һайлаусы теркәлгән.

12 сәғәткә ауыл муниципалитеттарында һайлаусыларҙың 24 проценты, ҡала округтарында – 11,33 проценты гражданлыҡ бурысын үтәгән. Өфәлә 12 сәғәткә һайлаусыларҙың 8,24 проценты участкаларға килгән.

Республиканың бер нисә “исемле” участкаһында юғары әүҙемлек күҙәтелә. Мәҫәлән, Бәләбәй районының Надеждино ауылындағы 1222 һайлау участкаһында 12 сәғәткә электораттың 47,85 проценты тауыш биргән. Илеш районыныдағы М. Гәрәев исемендәге участкала күрһәткес — 43,76%.

Һайлауҙарҙа, ғәҙәттәгесә, ауыл халҡы әүҙемерәк ҡатнаша. Был күптән һыналған ысынбарлыҡ.


Вернуться назад