Башҡортостандың Үҙәк Һайлау комиссияһы етәксеһе Хәйҙәр Вәлиев һайлау барышы тураһындағы тәүге мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәре буйынса, иртәнге сәғәт 10-ға Башҡортостандағы 3,5 миллион һайлаусының 6,3% проценты тауыш биргән (192 458 кеше). Баш ҡалала иһә 798 958 һайлаусының 2,8 проценты гражданлыҡ позицияһын үтәгән (2,8%). Иң әүҙем һайлаусылар – Октябрский һәм Орджоникидзе райондарында. Башҡа ҡалалар араһында – иң әүҙем граждандар Күмертауҙа йәшәй (8,12% тауыш биргән).
Ауыл муниципалитеттары араһында 10 сәғәткә һайлаусыларҙың 9 проценты тауыш биргән. Иң әүҙем электорат – Борай, Бөрйән, Тәтешле, Хәйбулла райондарында.