Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов БР Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Төбәк етәксеһе 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.
– Һайлауҙар – тарихыбыҙҙың мөһим өлөшө. Һайлау алды кампанияһы юғары дәрәжәлә үтте. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай халыҡ тормошонда мөһим роль уйнай, депутаттар тормоштоң һәр даирәһе өсөн яуаплы. Дәүләт Йыйылышын ойоштороуҙа ҡатнашып, халыҡ та ошо йәһәттән дәүләт тормошона йоғонто яһай, шуға ла халыҡтың бөгөнгө сараға яуаплы ҡарарына ышанам, – тине Рөстәм Зәки улы һайлау участкаһына килгәндә.