Сибайҙа бөтәһе 23 һайлау участкаһы эшләй09.09.2018
Башҡортостан Республикаһының алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай депутаттарын һайлауға сибайҙар ҙа әүҙем ҡушылды. Ҡалала бөтәһе 23 һайлау участкаһы эшләй.

Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында урынлашҡан 635-се һайлау участкаһында һайлау үҙ ваҡытында башланды. Тәүгеләрҙән булып һайлау бюллетенен хаҡлы ялдағы ветеран Мөнир Йәрмөхәмәтов төшөрҙө.

Һайлау участкаһы рәйесе Иштуған Ноғоманов әйтеүенсә, әлеге ваҡытта 121 һайлаусы үҙ тауышын биреп өлгөргән. Бөтәһе 2077 һайлаусы, шуның 27-е — тәүге тапҡыр килеүселәр. Беренсе тапҡыр тауыш биреүсе йәштәргә бүләк әҙерләнгән. Һайлау тыныс шарттарҙа бара, тауыш биреүселәрҙең күбеһе көндөҙ килер тип көтөлә.

Ә бына ҡаланың 630-сы һайлау участкаһында иртәнге сәғәттән үк һайлаусылар ағыла. Был аңлашыла, сөнки районда күберәк оло йәштәгеләр йәшәй. Беренсе булып Илдар Туюшев тауыш бирһә, Нурия Исламова, Юлиә Байғусҡарова һәм Ксения Кисевалар тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашты. Йштәрҙең мөһим саранан ситтә ҡалмай, үҙҙәренең киләсәге өсөн тауыш биреүҙәре маҡтауға лайыҡ.

Шулай уҡ 88 йәшлек иң оло һайлаусы Надежда Бычкова ла үҙе килеп һайланы. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, көн дауамында төрлө сәбәптәр арҡаһында һайлау участкаһына килә алмаусыларҙың өйҙәренә барыу ойоштороласаҡ.


Вернуться назад