Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сираттан тыш 55-се ултырышы булды. Көн тәртибенә “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы ағзалары тарафынан тәҡдим ителгән “Һуғыш, хеҙмәт һәм Ҡораллы Көстәр ветерандары тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы закон проекты индерелде. Парламентарийҙарҙың башланғысын республика Башлығы Рөстәм Хәмитов та хупланы.
Тәҡдим ителгән үҙгәрештәр Башҡортостанда, пенсионер статусын алыу-алмауға ҡарамаҫтан, пенсия йәшендәге кешеләрҙең төбәк ташламаларын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелә.
Парламент Рәйесе әйтеүенсә, һүҙ бер нисә социаль ярҙам төрө хаҡында бара. Уларға хеҙмәт ветерандары өсөн торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә айлыҡ аҡсалата компенсация, оҙайлы эш стажына эйә булған ветерандарға, хеҙмәт ветерандарына айлыҡ аҡсалата түләүҙәр, маҡтаулы исеме һәм айырым хеҙмәттәре булған кешеләргә пенсияға өҫтәмәләр инә.
– Киләһе йыл ошондай ташламалар биреүгә 3,8 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү күҙаллана, – тине Константин Толкачев.
Закон проекты тулыһынса ҡабул ителде. Ә яңы закон киләһе йыл 1 ғинуарҙан көсөнә инә.