КОИБ менән таныштырҙылар07.09.2018
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы Берҙәм тауыш биреү көнө алдынан һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ) менән таныштырҙы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа ҡулланыласаҡ технологик ҡорамалды сәйәси партиялар вәкилдәре һәм журналистар һынап ҡараны.

Комиссияның мәғлүмәт үҙәге начальнигы Риф Арыҫланов яңы өлгөләге комплексты эшләтеп күрһәтте, уның техник мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Система аныҡ участкала ғына ғәмәлдә булған бюллетенде ҡабул итә һәм эшкәртә. Ул бер үк ваҡытта әллә нисә бюллетенде йәки башҡа участкалар бюллетендәрен ҡабул итмәй.

Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре КОИБ-тың һайлаусылар тауышын иҫәпләүен, бюллетендәр туплауын, махсус QR-код ҡуйып тауыш биреү һөҙөмтәләрен мисәткә ебәреүен күҙәтте. Тауышты иҫәпләү техникаһы электрһыҙ ҙа бер нисә сәғәт эшләй. Электр

булмаһа, уны ябай тауыш биреү йәшниге рәүешендә лә файҙаланырға мөмкин.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа 811 һайлау участкаһында бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары ҡуйыласаҡ.


Вернуться назад