Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙан тыш, республика халҡы төбәктең 21 ҡала һәм ауылдарында урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарының төп состав депутаттары өсөн дә тауыш бирәсәк.
Республика Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәренә ярашлы, урындағы үҙидараның вәкәләтле органына 101 кандидат теркәлгән, шул иҫәптән Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһынан – 31, үҙ-үҙен күрһәткәндәр – 24, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” һәм “Ғәҙел Рәсәй” сәйәси партияларынан – икешәр, “Эш партияһы” һәм “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙары партияһы”нан берешәр кеше дәғүә итә.
20 биләмәлә урындағы үҙидараның вәкәләтле органынан төрлө сәбәптәр менән бушатылған депутаттар урынына ике-өс депутат һайланһа, Белорет районының Абҙаҡ ауыл биләмәһендә йәшәгәндәр урындағы Советҡа ун депутат өсөн тауыш бирәсәк.
Гөлшат ЙОМАҒУЖИНА,
Белорет районының Абҙаҡ мәктәбе директоры:
– Ауыл халҡы был сәйәси сараға элеккесә бик яуаплы ҡарай, әүҙем ҡатнаша, гражданлыҡ позицияһы көслө.
Ауыл советы депутаты иңенә ҙур яуаплылыҡ һалына, сөнки һәр бер биләмәнең хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләре бар. Уларҙы тормошҡа ашырыу депутаттың әүҙемлегенә, эшлеклелегенә бәйле.
Республика парламентына һайланған депутаттарҙың ҡайһы берҙәре биргән вәғәҙәләрен онота,ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Аңлайбыҙ, улар үҙҙәрен ҙур мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бағышлай, әммә һайлаусы биргән наказдарҙы ла онотмаһындар. Депутаттар рәтендә йәштәр күберәк булһа ине, сөнки улар яңыса фекер йөрөтә, башҡаса эшләй.
Татьяна ГРИГИНА,
Мәләүез районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе:
– Әлеге ваҡытта участка һайлау комиссияһы әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Комиссия ағзалары һайлаусыларға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшыра, һайлау мөмкинлектәре хаҡында аңлата. Ғөмүмән, халыҡ участкаға килһен өсөн барлыҡ саралар күрелә.
Беҙҙә, алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттарға тауыш биреүҙән тыш, Мәләүез районы муниципаль район Советына 9-сы, 17-се, 19-сы бер мандатлы округтар буйынса – өс, Мәләүез ҡала Советына 2-се, 8-се һайлау округтары буйынса ике депутат һайлау бурысы тора. Әле район Советына өс урынға – ун, ҡала Советына ике урынға бөтәһе биш кандидат дәғүә итә.
Район-ҡалала бөтәһе 63 меңгә яҡын һайлаусы теркәлгән, шуларҙың 50 мең самаһы 48-се Нөгөш һайлау округына, 12 меңдән ашыуы 47-се Ермолаевка һайлау округына ҡарай.
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
— Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына алтынсы саҡырылыш депутаттарын һайлау – мөһим сара. Ул ғәҙел үтһен, тик лайыҡлылар депутатлыҡ мандатына эйә булһын, тигән теләктәмен. Башҡортостан мәнфәғәте өсөн тырышып хеҙмәт итерҙәй, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу өҫтөндә эшләрҙәй кешеләр һайланырына ышанам.
Республика буйлап эш сәфәрҙәрендә йыш йөрөгәс, тыуған еребеҙҙең тәбиғәтенә һәр саҡ һоҡланам. Йәнтөйәгебеҙҙең киләсәге 9 сентябрҙә биргән тауышыбыҙға ла бәйле. Шуға ла киләсәгенә битараф булмаған һәр кем һайлауҙа мотлаҡ ҡатнашырға тейеш.
Беҙҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай иң әүҙем эшләгән төбәк парламенттарының береһе тип иҫәпләнә. Мәҫәлән, транспорт һалымын түләүҙән баш тартыусыларҙың водитель таныҡлығын ҡулланыуҙы сикләүгә бәйле законды беҙҙең парламент тәҡдим итте. Күптән түгел “Рәсәй Федерацияһында туберкулездың таралыуын иҫкәртеү тураһында” федераль закон ғәмәлгә инде. Был закондың проектын да Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай әҙерләгән ине. Әгәр ҙә хеҙмәткәргә эш хаҡы түләнмәһә, ул эшләгән ойошманы, учреждениены тикшереү хоҡуғы бирелеү мәсьәләһен дә республика парламенты күтәреп сыҡты. Ғөмүмән, һанай китһәң, бик күп закондар Башҡортостан депутаттары башланғысы менән тормошҡа ашты.
Барығыҙҙы ла һайлау участкаларына барып, гражданлыҡ бурысын үтәргә саҡырам, үҙегеҙ ышаныс белдергән партияға һәм кандидатҡа тауыш бирегеҙ.
Рәмзил ИШҺАРИН, РФ Дәүләт Думаһы депутаты:
– Башҡортостандың төп закондар сығарыу органы төбәктең сәйәси, социаль-иҡтисади тормошонда мөһим урын тота. Депутат эше – закондар сығарыу ғына түгел, ә иң тәүҙә кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙыу, ауыл, ҡалаларҙың аныҡ, көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеү һәм һайлаусының тәҡдимдәрен, наказдарын тормошҡа ашырыу.
Ошонан сығып, һайлаусы һайлау участкаларына килеп, халыҡ мәнфәғәтен йоғонтоло сағылдырған һәм яҡлаған, республикабыҙҙы үҫтерерҙәй лайыҡлы кандидаттарға тауыш бирер, тип ышанам.