Колл-үҙәккә шылтырат05.09.2018
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы “Граждандар контроле” ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә һайлауҙы күҙәтеү буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” колл-үҙәге эшен ойошторҙо.

Колл-үҙәк телефоны 3 сентябрҙән 8-енә тиклем эшләй. Белгестәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә. Ә 9 – 10 сентябрҙә “ҡыҙыу бәйләнеш” күп каналлы режимға күсерелә һәм тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк.

– Рәсәй Президенты һайлауында колл-үҙәк үҙенең кәрәклеген күрһәтте, мартта 200-ҙән ашыу мөрәжәғәт килде. Уларҙың күбеһе һайлау участкаһы урынлашҡан адресты асыҡлау, нисек теркәүҙә булмаған урында тауыш биреү кеүек мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһынды, – ти Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина.

Кәңәш, хоҡуҡ ярҙамы кәрәк булғанда 8-800-347-2-102 телефонына шылтыратырға мөмкин. Колл-үҙәк белгестәре һеҙҙең һорауҙарығыҙға яуап бирәсәк.


Вернуться назад