Иң әүҙемдәре улар05.09.2018
Пенсия фонды мәғлүмәттәре буйынса республикала бөтәһе 261 683 инвалид йәшәй. Бынан тыш, төбәктә ҡарт кешеләр ҙә күп. Был категорияға ҡараған граждандар бер кампанияны ла ҡалдырмаған иң әүҙем һайлаусы булып ҡала.

Талаптар буйынса, һайлау участкалары уңайлы, һәр кем килеп тауыш бирерлек итеп йыһазландырылырға тейеш. Быны эшләй алмағандарға өйҙәренә күсмә йәшник менән барыу ҡаралған.

– Әлеге ваҡытта мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һайлауҙа ҡатнашыу шартын тыуҙырыу буйынса өс йүнәлештә эш алып барыла, – ти Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова. – Беренсенән, барлыҡ комиссиялар ҙа инвалидтар хаҡында иҫәп алып бара. Мәғлүмәт туплауҙа территориаль, участка һайлау комиссияларына Пенсия фонды ҙур ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ медицина һәм социаль хеҙмәттәр, ҡала-райондарҙың йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итеп, мөмкинлек­тәре сикләнгәндәрҙең ниндәй категорияға ҡарауын иҫәпкә алып, исемлектәр төҙөлә, асыҡлыҡ индерелә. Уларҙың һаулыҡ торошона ҡарап, тауыш биреүҙең төрлө варианттары тәҡдим ителә.

Һайлау комиссиялары алдында торған икенсе бурыс – мәғлүмәт биреү. Ошо маҡсатта инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары етәкселеге менән осрашыуҙар үткәрелә, район-ҡала гәзиттәрендә, радио һәм телевидение каналдарында мәғлүмәт таратыу, аңлатыу эше алып барыла, интернет файҙаланыла. Шулай уҡ китапханаларҙың махсуслашҡан бүлектәре хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамға килә һәм төрлө аңлатыу саралары ойоштора.
Үҙәк территориаль комиссияһы йыл һайын күреү һәләтен юғалтҡандарға Брайль шрифты менән әҙерләнгән белешмә тәҡдим итә. Унда һайлауҙа ҡатнашыу тәртибе һәм ҡағиҙәһе яҙылған. Был белешмә участка комиссияларына, республика һуҡырҙар йәмғиәтенә таратылған. Өй беренсә йөрөп, аңлатыу эше алып барыла.

Өсөнсө йүнәлеш: мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һайлау урынында уңайлы шарттар тыуҙырыу. Участкалар бөтә инвалидтар ҙа үтә алырлыҡ булырға тейеш. Республикала ошо йүнәлештә ентекле эш алып барыла: төбәктә 3391 һайлау участкаһы булһа, уларҙың 1627-һендә пандус, 661-ендә – махсус түшәм, 826-һында саҡырыу төймәләре бар. Шулай уҡ “мобиль һайлаусы” программаһы ла уларға һайлау хоҡуғын үтәүҙә уңайлылыҡ тыуҙыра.

Күреү һәм ишетеү һәләте сиклән­гәндәр өсөн улар күпләп йәшәгән урындарҙа алты махсуслашҡан участка булдырылған, шул иҫәптән Өфөлә һәм Бәләбәйҙә – икешәр, Стәрлетамаҡ һәм Белоретта – берәр. Уларҙың барыһы ла пандус, таянғыстар менән йыһазландырылған. Күреү һәләте боҙолған һайлаусыларға тауыш биргәндә трафареттар һәм лупалар тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, барлыҡ һайлау участкалары иҙән түшәүе, пандус, яндауыр менән тәьмин ителергә тейеш. Әгәр ҙә 2016 йылда уларҙың 34 процентында бындай уңайлыҡтар булдырылһа, быйыл – 48 процентында. Беренсе ҡаттан өҫтә урынлашҡан 305 участка бар.


Вернуться назад