Хәтер иҫкермәй10.05.2012
Хәтер иҫкермәйӨфө халҡы, һәр йылдағыса, 9 май иртәһендә ғаиләләре менән Еңеү паркына йыйылып, Мәңгелек утҡа сәскә һалыу тантанаһын ҡарарға, һуғыш һәм тыл ветерандарын ҡотларға ашыҡты, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Йолаға әүерелгән саранан күренеүенсә, миллионлаған кешене атҡан, аҫҡан, ҡол иткән, аслыҡ менән йонсотҡан, ҡатындарҙы — тол, балаларҙы етем ҡалдырған ҡәһәрле фашизмды атай-олатайҙарыбыҙ дөмөктөргән көн халыҡ хәтеренән юйылмай, уның шаңдауы быуындан быуынға күсә бара.
Паркка килеүселәр, Мәңгелек утҡа илтеүсе юлдың ике яғынан теҙелеп, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовты, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевты һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтовты ҡаршы алды. Абруйлы ҡунаҡтар төрлө министрлыҡ, ведомство, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм хөрмәтле ветерандар менән бергә парк буйлап уҙҙы. Президент, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә бағышлап, күп милләтле Башҡортостан халҡы исеменән Мәңгелек ут эргәһенә венок һалды.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндары яңғырағандан һуң барса халыҡ, бер минут тын ҡалып, һуғыш ҡорбандарын хәтергә алды. Артабан Рөстәм Хәмитов, Константин Толкачев, төрлө етәкселәр, ветерандар байраҡлы төркөмдөң, офицер һәм курсанттарҙың тантаналы маршын ҡабул итте. Тантанала ҡатнашыусылар Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, Муса Гәрәевтең ҡәберенә сәскәләр һалды. Һуңынан Рөстәм Хәмитов ветерандар менән яҡындан аралашты.
Тантананан һуң парк сәхнәһендә һуғыш йылдарындағы йыр-бейеүҙән торған тамаша башланды. Икенсе урында йәштәр уҙған быуаттың 40-сы йылдарындағыХәтер иҫкермәй автомобилдәр тирәһендә уралды. Күптәр Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған хәрби каска һәм ҡоралдарҙы ҡарап тәьҫирләнде. Мәктәп уҡыусылары тантанаға үҙенсәлекле стела яһап алып килгәйне — улар һәләк булған йөҙәрләгән яугирҙең исемен туҡымаға үҙ ҡулдары менән сигеп мәңгеләштергән. А. Кузнецов исемендәге 1-се балалар художество мәктәбе тәрбиәләнеүселәре Бөйөк Ватан һуғышына арналған һүрәттәренән күргәҙмә ойошторған.
Байрамдың төп ҡунаҡтары — һуғыш һәм тыл ветерандары, өйкөм-өйкөм тупланышып, үҙ-ара гәпләшеп туйманы. "Стәрлебаш районындағы тыуған ауылым Айтуғанға Еңеү хәбәре иртүк килеп етте. Бөгөнгөләй аяҙ иртә ине ул", — тип хәтирәгә бирелде тыл ветераны Наил Әхтәмов. Осоусы булып хеҙмәт иткән Тәлғәт Тинчурин Еңеү иртәһен Энгельс ҡалаһында ҡаршылаған. "Ҡайһы наградағыҙ иң ҡәҙерлеһе?" — тип һораныҡ күкрәк тулы орден йөрөтөүсе һуғыш ветеранынан. "Минең өсөн иң ҙур бүләк — һуғыштан имен-һау ҡайтыуым, балаларымдың тыныс тормошта йәшәүе", — тип яуапланы ҡаһарман.

***
Хәтер иҫкермәйЕңеү көнөндә Рөстәм Хәмитов Ленин исемендәге майҙанда, Якутов һәм Матросов парктарында үткәрелгән тантаналы сараларҙа ла ҡатнашты.
Иван Якутов исемендәге паркта республика Президенты ретро-автомобилдәр күргәҙмәһен ҡарап сыҡты, ялан кухняһында булды, оло быуын вәкилдәре менән аралашты.
— Ҡәҙерле ветерандар! — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Зәки улы батырҙарға. — Һеҙҙе бөйөк байрам — Еңеү көнө менән ҡотлайым! Һеҙ — көслө ихтыярға эйә булған ҡаһарман кешеләр. Киләсәккә оптимизм менән ҡарайһығыҙ. Ә был бөгөнгө йәштәрҙең күбеһенә етмәй. Ошо сифат һеҙҙә оҙағыраҡ һаҡланыуын теләйем. Иң мөһиме — сәләмәт булығыҙ, яҡындарығыҙ, балаларығыҙ, ейән-бүләләрегеҙ ҡыуандырһын. Быуындар бәйләнеше һаҡланған саҡта, Тыуған илебеҙ ҙә йәшәйәсәк. Беҙ һеҙҙең менән, беҙгә иҫәп тота алаһығыҙ. Ҡайһы саҡта иғтибар биреп еткермәйбеҙҙер. Түрә-ғара араһында ундайҙар ҙа бар. Әммә был хатаны төҙәтәсәкбеҙ, тормошоғоҙҙо яҡшыртыуға көс һаласаҡбыҙ.
Нурзиә ХӘСӘНОВА


Вернуться назад