Берҙәм һайлау көнөндә республика алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлаһа, 21 ҡала һәм ауыл халҡы хакимиәттәрендә урындағы үҙидара органдарына вәкәләтле халыҡ вәкилдәре өсөн тауыш бирәсәк.
Әле Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутатлыҡҡа партия исемлегенән бөтәһе 735 кандидат дәғүә итә, шул иҫәптән ЛДПР-ҙан – 113, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән – 113, “Йәшелдәр” экологик партияһы”нан – 106, КПРФ-тан – 100, “Берҙәм Рәсәй”ҙән – 154, “Рәсәй патриоттары”нан – 149. Бер мандатлы округтар буйынса 385 кандидат теркәлгән, уларҙың алтыһы үҙ-үҙен тәҡдим иткән, ҡалған 281-е ун сәйәси партияға ҡарай. “Берҙәм Рәсәй” һәм ЛДПР партиялары 55 округтағы һайлауҙа ла ҡатнаша, “Рәсәй патриоттары” һәм “Ғәҙел Рәсәй” – 51, КПРФ – 42, “Йәшелдәр” – 21, “Үҫеш партияһы” һәм “Рәсәй ветерандар партияһы” – ике, “Эш партияһы” һәм “Ватан һаҡсылары” бер округ буйынса ҡатнашырға йөрьәт иткән.
Урындағы үҙидара органдарына бөтәһе 106 кандидат теркәлһә, шул иҫәптән “Берҙәм Рәсәй”ҙән – 37, ЛДПР-ҙан – 31, КПРФ-тан һәм “Ғәҙел Рәсәй”ҙән – дүртәр, “Эш партияһы”нан һәм “Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы”нан берәр кеше.
Республикала 3426 һайлау участкаһы булдырылған, шуларҙың 3391-е – стационар, 35-е һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындарында.
Әле һайлау участкаларының 811-е КОИБ-тар менән тәьмин ителгән, был дөйөм күрһәткестең 23,92 процентын тәшкил итә. Ошо 1622 берәмек техниканы хеҙмәтләндереү өсөн участка комиссияһы ағзалары махсус әҙерлек үтә. Республиканың үҙенең КОИБ-тары бары 211 участканы тәьмин итеүгә етә, шуға күрә ҡалғандарын Удмурт Республикаһынан, Силәбе, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан алғандар.
Шулай уҡ быйыл бөтә участка һайлау комиссиялары республика депутаттары һайлауында йомғаҡ протоколдарын әҙерләү мәлендә машина уҡыған код (QR) технологияһын ҡулланасаҡ.
Һайлау ваҡытында 23 теле-, радио ойошма – эфир ваҡыты, 145 гәзит баҫма майҙан менән тәьмин итеүгә әҙерлеге хаҡында белдергән, шулай уҡ алты электрон ваҡытлы баҫма белдереү ҡағыҙы ебәргән. 66 полиграф предприятиеһы кандидаттарҙың һәм сәйәси партияларҙың мәғлүмәттәрен баҫып сығарыу мөмкинлеге хаҡына хәбәр иткән.