Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика йортонда Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина менән осрашты. Осрашыуҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙы ойоштороу, Йәмәғәт палатаһының ошо эштә ҡатнашыу мәсьәләләре тикшерелде.
Ольга Панчихина әйтеүенсә, палатаның бишенсе составы икенсе йыл эшләй. Һуңғы ваҡытта федераль ҡануниәттә төбәктәрҙәге йәмәғәт палаталарының вәкәләттәренә бәйле байтаҡ үҙгәрештәр булды. Атап әйткәндә, декабрҙә Рәсәй Президентын һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүселәренең ҡатнашыуы тураһындағы закон көсөнә инде, июндә – Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау буйынса ошондай уҡ документ, июлдә иһә республика һәм урындағы әһәмиәттәге һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүселәрен тәғәйенләү буйынса закон ҡабул ителде.
– Һайлауҙы ғәҙел, асыҡтан-асыҡ үткәреү беҙҙең өсөн бик мөһим. Был тематикаға ҡағылышлы фараздар, имеш-мимештәр ғәҙәттә күп була. Йыш ҡына улар халыҡта ышанмаусанлыҡ тыуҙыра. Әммә беҙҙең бурыс – бер нәмәгә ҡарамаҫтан, һайлауҙы ғәҙел һәм асыҡ итеп үткәреү, – тине Рөстәм Хәмитов. – Белеүемсә, Рәсәй Президентын һайлау осоронда һеҙ ярайһы уҡ яҡшы эшләнегеҙ, йәмәғәт күҙәтеүселәре булараҡ ҡатнаштығыҙ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙа ла ярҙамығыҙ кәрәк. Һынатмаҫһығыҙ тигән ышаныстамын.