“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы хәстәрлеге менән үткән белем биреү медиафорумының пленар өлөшөндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
– Милли телдә сыҡҡан матбуғатҡа ярҙам күрһәтеү артабан да дауам итәсәк, – тине Рөстәм Зәки улы. – Ваҡыт ниндәй генә талаптар ҡуйыуына ҡарамаҫтан, сөнки был беҙҙең тарихыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙ.
Республика етәксеһе матбуғат өлкәһендә милли кадрҙарҙы әҙерләүгә лә иғтибарҙың артасағын белдерҙе. Журналисҡа уҡып сыҡҡандар һөнәренә ярашлы эшләһен генә.
Рөстәм Зәки журналистарҙы дүртенсе власть вәкилдәре менән сағыштырыуы тиккә түгел, сөнки журналист йәмәғәтселектә фекер тыуҙыра, дөрөҫ йүнәлеш бирә. “Яңылыҡ булһынмы, бүтән төрлө мәҡәлә тиһеңме, кире күренештәрҙе күрһәтеү дөрөҫ түгел. Шул иғтибарға лайыҡ, халыҡ матурлыҡҡа ынтыла һәм тартыла. Бөгөн сит ил сайттары ысын мәғәнәһендә йәшәй. Беҙгә уларҙан өйрәнергә кәрәк”, – тине Рөстәм Хәмитов.