Уңыш сере нимәлә?
“Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған
“Мин – граждан” республика белем биреү форумы “Һинең мөмкинлектәр республикаһы” саҡырыуы аҫтында дүрт ҡалала үтте. Ул бер майҙанда 300-ҙән ашыу иң әүҙем йәштәрҙе берләштерҙе. Дүрт көн барған форумдың йомғаҡлау сараһы Белем көнөндә “Өфө-Арена” һарайы майҙанында үтте.
– “Мин – граждан” форумы Башҡортостанда алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Тәүгеһе “Башҡорт Селигеры” тип аталды. Был юлы республиканың иң дәртле һәм әүҙем йәштәре дүрт көн дауамында “Эшҡыуарлыҡ һәм IT”, “Сәйәсәт”, “Медиа”, “Ирекмәнлек” майҙандарында эшләне. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһының һәм башҡа төбәктәрҙең спикерҙары белем һәм тәжрибә менән уртаҡлашты, – ти “Йәш гвардия”ның Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Люциә Юлыева.
“Өфө-Арена” һарайы майҙанында уҙған сарала республикабыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан килгән “Йәш гвардия”ның ағзалары, ирекмәндәр, йәштәр ҡатнашты. Һис шикһеҙ, сара йәштәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, “Өфө-Арена” һарайы алдына байтаҡ халыҡ йыйылды. Сараның Белем көнөндә үтеүе лә ифрат уңайлы булды.
Форум сиктәрендә “урам” баскетболы, заманса бейеүҙәр, һүрәт төшөрөү, ГТО нормаларын тапшырыу кеүек саралар ҙа уҙғарылды.
“Йәш гвардия”ның төбәк бүлексәһе ойошторған “Мин – граждан” республика белем биреү форумы алдына ҡуйған маҡсатына өлгәште: дүрт көнгә һуҙылған сара меңәрләгән йәштәрҙе туплап, уларҙың тормошона күп яңылыҡтар индерҙе, дуҫтар-теләктәштәр табыуға булышлыҡ итте. Әйткәндәй, форумда уларҙың иң әүҙемдәренә бүләктәр тапшырылды. Боҙ һарайының эсендә йәш дизайнерҙар конкурсы үтте, һүрәт күргәҙмәһе ойошторолдо.
Форумдың төп темаларының береһе ирекмәнлек булһа ла, унда нисек уңышҡа өлгәшеү буйынса сығыштар ҙа булды. Бестселлерҙар авторы Лариса Парфентьева үҙенең һәм кешеләр яҙмышы аша нисек билдәле булып китеү серҙәре менән уртаҡлашты. Күсемһеҙ милек агентлығы етәксеһе Рим Хәсәнов та ошо йүнәлештә файҙалы кәңәштәр бирҙе.
– Ауырлыҡтар беҙҙе һәр саҡ көслөрәк итә. Был тормошта туҡтауһыҙ эҙләнергә һәм үҙеңде табырға кәрәк, – ти Рим Наил улы.
Эшҡыуар Антон Бритва “Мотивация һәм лидерлыҡ” темаһына сығыш яһап, спорт өлкәһендә уңышҡа өлгәшкәндәр миҫалында йәштәрҙе камиллыҡҡа саҡырҙы. Артем Шаронов та үҙенең ҡасандыр ошолай ябай студент булыуын билдәләп, эшҡыуарлыҡҡа тотоноп киткән юлы хаҡында һөйләне, кәңәштәр бирҙе. Ул хәҙер молекуляр медицина үҙәге хужаһы.
Ғөмүмән, сығыш яһаған спикерҙарҙың барыһы ла йәштәрҙе уңышлы, булыу өсөн туҡтауһыҙ эшләргә, бер нәмәнән дә ҡурҡмаҫҡа, үҙ көсөнә ышанып, республикала тыуҙырылған бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланып йәшәү серҙәренә өйрәтте.