Һайлаусыға яҡынаябыҙ04.09.2018
Кузнецов затоны биҫтәһендә яңы участка асылды

Өфө ҡалаһы Киров районының Кузнецов затоны биҫтәһендә 143-сө яңы һайлау участкаһы асылды. Ул Һынаусылар урамындағы 21-се йортта – “Йәшлек” үҫмерҙәр клубы бинаһында урынлашҡан.

Һайлау участкаһын асыу хөрмәтенә Киров районының мәғариф идаралығы “Йәшлек” үҫмерҙәр клубы менән берлектә биҫтә халҡы өсөн ҙур байрам ойошторҙо, балалар өсөн төрлө уйындар үткәрҙе.

– Яңы биҫтә барлыҡҡа килгәс, һай­лаусыға яҡын булған участканы асыу ихтыяжы тыуҙы. Ошо йортта ғына ла тауыш биреү хоҡуғына эйә булған 423 граждан йәшәй. Уларға һайлауға барыу өсөн, элекке кеүек, байтаҡ ара үтергә тура килмәйәсәк. Бында КОИБ-тар файҙаланыласаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандустар ҙа бар. Һайлаусы тауыш бирһен, ситтә ҡал­маһын тип бөтә уңайлыҡтарҙы тыуҙырырға тырышабыҙ, – ти Өфө ҡалаһының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Илдар Мәсәғүтов.

Әле участкала 2 478 һайлаусы теркәлгән, йорттарға күсеүселәр артыуына бәйле, исемлек тулылана бара. Шуға ла һайлау комиссияһы ағзаларына эш етерлек, улар исемлекте тулыландыра, саҡырыу ҡағыҙҙары тарата, ғаризалар ҡабул итә.

– Беҙҙең 143-сө участка һайлау комиссияһы 16 ағзанан тора. Улар араһында тәжрибәһе булғандар ҙа, тәүге тапҡыр эшләгәндәр ҙә бар. “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар Партияһы”, “Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһы”, “Рәсәй патриоттары”, “Ғәҙел Рәсәй”, “Йәшелдәр” экологик партияһы” һәм “Рәсәй Пенсионерҙары партияһы” сәйәси партияларынан вәкилдәр комиссия ағзаһы булып тора, – ти комиссия рәйесе Лилиә Мөхтәсибова.


Вернуться назад