Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ойошторған белем биреү медиафорумы башланды. Унда республикабыҙҙан 300 тирәһе журналист ҡатнаша.
Билдәле булыуынса, эш ике йүнәлештә – “Төбәк телеканалдарын үҫтереү стратегияһы” һәм “Интернет киңлек аша киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлеген киңәйтеү” – алып барыласаҡ.
Телерадиотапшырыуҙар Милли ассоциацияһының генераль директоры Александр Широкихтың сығыш яһауы сараға мәртәбә өҫтәне, Башҡортостан матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Борис Мелкоедовтың телмәре барыһында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев шулай уҡ сығыш яһаны.
"Молодежная газета" гәзите бер нисә йыл элек ҡағыҙ версияһынан интернет баҫма булараҡ күскән. Шуға ҡарамаҫтан, уны өлкәндәр ҙә, йәштәр ҙә яратып уҡый. Баҫманы социаль селтәрҙәрҙең барыһын да ла табырға мөмкин. Интернет-гәзиттең баш мөхәррире Елена Игоревна КИСЕЛЕВА ошо турала һәм уның әһәмиәте хаҡында һөйләне.