Яуаплы мәл04.09.2018
Һайлау – ул етди сәйәси кампания. Һайлауҙа ҡатнашыу – 18 йәше тулған һәр кемдең конститу­цион бурысы, уны үтәүгә һәр беребеҙ яуаплы ҡарарға бурыслы. Тик ҡайһы берәүҙәр был сәйәси саранан ситтә ҡалыуҙы хуп күрә. Күп осраҡта нәҡ шундай кешеләрҙән “дөрөҫ закон ҡабул итмәйҙәр”, “һайлау ғәҙел үтмәне” тигән һүҙҙәр ишетергә тура килә.

Ошо хаҡта гәзит уҡыусыларыбыҙ нимә уйлай?

Гөлфиә ИҘЕЛБАЕВА-ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры, 1990 – 1993 йылдарҙа Рәсәй Феде­рацияһының халыҡ депутаты, Юғары Советы ағзаһы, 1999 – 2003 йылдарҙа Башҡортостан Респуб­ликаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, 1980 – 1990 йыл­дарҙа Өфө ҡала Советы депутаты:

– 9 сентябрҙә үтәсәк һайлауға бер нисә генә көн ҡалды. Ни эшләйек, кемде һайлайыҡ тигән һорауҙар, шылтыратыуҙар йышайҙы. Быға заманында төрлө кимәлдә депутат булыуым сәбәпселер, моғайын. Минең бөгөн сәйәсмән генә түгел, ә тәжрибәле һайлаусы булараҡ та ватандаштарыма әйтер һүҙем бар. Беренсенән: һайлауға мотлаҡ килергә саҡырам. Ил, республика яҙмышы хәл ителгән саҡта битараф ҡалмайыҡ. Беҙҙән, ябай һайлаусыларҙың тауышынан, бер нәмә лә үҙгәрмәйәсәк тигән ҡараштан арынайыҡ. Күреп тораһығыҙ: һайлау системаһы йылдан-йыл камиллаша бара. Был мәсьәләлә үтә күренмәле урналар, видеокүҙәтеүҙәр, күҙәтеүселәр төркөмдәре, һайлау закондарын боҙған хеҙмәткәрҙәрҙең шәхси яуаплылығы кеүек саралар хәҙер үҙ ролен һәйбәт үтәй. Әммә беҙ, һайлаусылар ҙа, бер ҡатлы булмайыҡ: кандидаттарҙың ялтыр-йолтор вәғәҙәләренә ҡарағанда уларҙың биографияларына, эшмәкәрлегенә һәм депутат вазифаһын юғары кимәлдә үтәй алырлыҡ мөмкинлектәренә ҡарайыҡ. Хәҙерге власты, бөгөнгө тормошто килештереп яманлау ғына кандидаттың донъябыҙҙы яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыу ҡеүәһе хаҡында һөйләмәй.

Шуны ла онотмайыҡ: закондар сығарыу – коллектив хеҙмәт. Депутат бер үҙе генә закон сығармай, уның статьяларына үҙгәрештәр ҙә индерә алмай. Ул бары тик Рәсәй Федерацияһы закондары сиктәрендә һәм республикабыҙҙа был документтарҙың кәрәклегенә, финанс һәм бүтән төрлө тормошҡа ашырыу мөмкинлек­тәренә, депутаттарҙың дәррәү күтәремләүенә һәм башҡа бик күп кенә парламент эшмәкәрлеге нескә­лектәренә бәйләнгән. Ҡыҫҡаһы, кемгә тауыш биреү мәсьәләһендә тормошсан фекер йөрөтһәк ине. Тағы ла, был яуаплы гражданлыҡ бурысыбыҙҙы айыҡ аҡыл менән, донъялағы һәм илдәге хәл-ваҡиғаларҙы иҫәпкә алып башҡарыу зарур. Закондар ҡабул ителгәндә эшлекле бәхәстәр булыуы – тәбиғи хәл, шулай ҙа улар республика тормошона зыян килтерерлек ығы-зығы, талаш-тартышһыҙ тормошҡа ашырылырға тейеш. Хәүефле революцион үҙгәрештәр, маҡсатлы юлыбыҙҙан тайпылыштар кәрәкмәй беҙгә! Быға тиклем ҡабул ителгән күпме эшлекле пландарыбыҙ, проекттарыбыҙ хәл ителеүҙе көтөп тора.

Илебеҙ, Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙ яҙмышы тип янып йөрөгән илһөйәр рухлы кандидаттарыбыҙ бар. Бигерәк тә фән, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, ғаилә проблемаларын яҡшы белгән һәм уларҙы хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы үҙенең бурысы тип һанаған депутаттар күберәк һайланһа, ошо йүнәлештәге закондарҙы ҡабул итеү күпкә еңелләшер ине.

Кандидаттар һаны һайлауҙар һайын күбәйә бара, ә инде араларынан иң лайыҡлыларҙы һайлау үҙебеҙҙән тора. Бер башлағас, ошо хаҡта ла әйтеп китәйем: закондар бит халыҡ өсөн сығарыла, ә уларҙы эшләтеү үҙебеҙҙән тора, бының өсөн хоҡуҡтарыбыҙҙы ла, бурыстарыбыҙҙы ла белергә тейешбеҙ. Ниндәй эшкә тотонһаҡ та закондарға таянайыҡ: эшләмәй, тип зарланмайыҡ, уларҙы беләйек, ҡулланайыҡ, – тине Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы.


* * *
Рәмзиә ИШМЫРҘИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Белорет ҡалаһы:

– Атай-әсәйҙәр ҙә һайлауға һәр саҡ байрамға барғандай йөрөнө, үҙемдең дә ситтә ҡалғаным юҡ. Үҙем ике саҡырылыш ҡала Советы депутаты булдым, шуға ла был йөкләмәнең ни тиклем яуаплы булыуын аңлайым. Депутаттар халыҡ мөрәжәғәтенә битараф булмаһын, һайлау кампанияһы ваҡытында биргән вәғәҙәләрендә торһон, агитация алып барған саҡтағы әүҙемлектәрен һаҡлаһын, халыҡҡа яҡын ҡалһын. Депутаттың йәмғиәткә тәьҫир итерҙәй көсө бар. Ә инде халыҡ һайлауға барырға һәм үҙенең ҡарашын белдерергә тейеш.


Вернуться назад