“Реаль эштәр” көндәре үткәрелә04.09.2018
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда партия проекттары нигеҙендә төҙөкләндерелгән 300-ҙән ашыу майҙансыҡ асыла. “Реаль эштәр” көндәре акцияһы барышында ихата байрамдары, спорт ярыштары ойошторола, художество үҙешмәкәрлек коллективтары сығыш яһай.
Акцияға тәүгеләрҙән булып Мишкә районы ҡушылды. Бында “Берҙәм Рәсәй” партияһының проекты нигеҙендә төҙөкләндерелгән объекттар асылыу тантаналары үтте. Ошо маҡсатҡа районға республика ҡаҙнаһынан 2 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.
Үрге Сорокин һәм Яңы Троицкий мәктәптәре, Сабыҡ, Бикшик, Ҡайраҡ, Иҫке Арзамат, Яңы Килмәт, Илек ауыл клубтары яңырҙы. Яңы Ҡарас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына обелиск барлыҡҡа килде.
Күмертауҙа партия проекты буйынса 26-сы “Алтын балыҡ” балалар баҡсаһына һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн уйын майҙансығына ҡорамал һатып алынды. Ошо маҡсатҡа 400 мең һумдан ашыу аҡса тотонолдо.
“Реаль эштәр” көндәре Башҡортостанда 27 августан 10 сентябргә тиклем дауам итә. Сара “Реаль эштәр”, “Ҡала мөхите” һәм “Атайсал мәҙәниәте” партия проекттарын 2018 йылда тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына арнала. Быйыл “Реаль эштәр” нигеҙендә һайлаусыларҙың 900-ҙән ашыу наказы үтәлә. Республика ҡаҙнаһынан проектҡа 175 миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
Уҙған өс йылда балалар баҡсалары, мәктәптәр, мәҙәниәт йорттары һәм клубтар төҙөкләндерелгән. Был учреждениелар өсөн ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ һатып алынған, ҡыйыҡтар йүнәтелгән, тәҙрәләр алмаштырылған. 600-ҙән ашыу спорт һәм балалар майҙансыҡтары файҙаланыуға тапшырылған, биләмәләрҙе төҙөкләндереү эше башҡарылған, электр, һыу һәм йылылыҡ тәьминәте яҡшырған, хәрби дан аллеялары, һәйкәлдәр тәртипкә килтерелгән. Граждандарҙың йәмғеһе 2800-ҙән ашыу башланғысы тормошҡа ашырылған.