Бизнес-инкубатор эшҡыуарҙарға ярҙам итәме?04.09.2018
Эшҡыуарҙарға финанс, милек, мәғлүмәт һәм консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса республиканың Октябрьский, Салауат һәм Сибай ҡалаларында бизнес-инкубаторҙар бынан ун йыл элек барлыҡҡа килгәйне.

Яңы эш башлағандар алдында бинаны ҡуртымға алыу хаҡы, бизнесты, бухгалтер иҫәбен, маркетингты ойоштороу буйынса квалификациялы кәңәштәр алыу мәсьәләһе килеп тыуа. Донъя һәм ил миҫалында бындай комп­лекслы хеҙмәттәр күрһәтеү бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа уңышлы старт алыу өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Октябрьский ҡалаһында 2008 йылда ошо маҡсатта ойошторолған “Октябрьский бизнес-үҙәге” идарасы компанияһы” муниципаль унитар предприятиеһы әле лә уңышлы эшләй. Ул Октябрьский ҡалаһы, Туймазы, Бәләбәй, Йәрмәкәй райондары биләмәһендә эшмәкәрлек алып барған бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам итә. Бизнес-инкубатор эшләү өсөн офистар ҙа тәҡдим итә: 79 эш урынлыҡ 34 кабинет бар.

Ун йыл дауамында 127 эшҡыуар учреждениеның резиденты булған, шул иҫәптән 79-ы әле лә эшмәкәрлеген дауам итә (62 проценттан ашыуы). Ошо ваҡыт арауығында улар 346 миллион һум күләмендә продукция етештергән һәм хеҙмәт күрһәткән, бюджет һәм бюджеттан тыш фондтарға 46 миллион һум һалым күсерелгән, 522 эш урыны булдырған.

Программалар, электрон ҡултамғалар әҙерләү буйынса комплекслы хеҙмәттәр күрһәтеү шәхси предприятиеһын асҡан Виталий Мосич та ошо бизнес-инкубаторҙа эш башлаған.

– Бер нәмәһеҙ эш башлауы ауыр, ә бында уңайлы үҫеш өсөн бөтә шарттар ҙа тыу­ҙырылған, – ти Виталий Владимирович.
Ун биш йыл элек Виталийға компьютер һатып алалар. Шул осорҙан ул заман тех­никаһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Мәктәпте тамамлағас, һанлы мәғлүмәтте эшкәртеү мастерына уҡып сыға. Хеҙмәт юлын бер фирмала картридждарҙы хеҙмәтләндереү буйынса техник булып башлай. Бер аҙҙан әйҙәүсе белгес булып китә. 2015 йылда үҙенең кәсебен асыу теләге тыуғас, ул тәүҙә клиенттар эҙләй башлай, баҙарҙағы һорауҙы өйрәнә, һуңынан фекерҙәштәре менән “Глобал Хаус” фирмаһын аса. Улар менән эшләгәндә лә Виталий бизнесты алып барыу серҙәренә өйрәнә. Тәжрибә туплағас, 2016 йылда бизнес-инкубатор аша “Башлаусы эшҡыуарҙарға ярҙам” программаһы буйынса 100 мең һум күләмендә стартап ала.

– Бизнес-инкубаторҙа миңә кабинет бирҙеләр. Тәүге йылда бина өсөн ҡуртым хаҡына 70 процент ташлама яһанылар, икенсе йылда – 50, өсөнсө йылда – 30. Был бик ҙур ярҙам, – ти Виталий Мосич.

Егет стартап аҡсаһына ҡорамалдар, 1С программаһына сервер һатып ала.
– Бизнес-инкубатор программаһы бөтәһе өсөн дә бер. Аҡсаның бер өлөшө ҡала бюджетынан бүленә, ҡалғанын республика бирә, – ти “Октябрьский бизнес-үҙәге” идарасы компанияһы” учреждениеһы директоры Сергей Зайцев.


Вернуться назад