Өфөлә электробустар елдерәсәк10.05.2012
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Советтар Союзы Геройы С.И. Зорин исемендәге 1-се трамвай депоһында коляскалағы инвалидтар өсөн ҡала электр транспорты менән таныштырыу сараһында ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов депола эшләгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм афған яугирҙәрен Еңеү көнө менән ҡотланы һәм бүләк тапшырҙы. Фронтовиктар Президенттан Өфөлә, шулай уҡ тотош Башҡортостанда трамвай-троллейбус транспортын үҫтереүҙе һораны.
— Был транспорт төрөн мотлаҡ үҫтерәсәкбеҙ, — тип яуапланы республика Президенты. — Әле ҡаланың төньяғы менән көньяғын тоташтырыу планын эшләйбеҙ. Бында ҙур тиҙлеккә эйә булған трамвай бәйләнешен файҙаланырбыҙ, моғайын.
Артабан Рөстәм Хәмитов һуғыштан һуң хәрәкәт хеҙмәте начальнигы һәм 1-се депо директоры булып эшләгән Советтар Союзы Геройы Сергей Зориндың мемориалына сәскә һалды.
Башҡортостан башлығы коляскалағы инвалидтар өсөн ҡулайлаштырылған трамвайҙы ҡарап сыҡты. Ҡатаутамаҡ вагон эшләү заводы етештергән был транспорт — быйыл Өфөнөң Муниципаль электр транспорты идаралығына тапшырыласаҡ дүрт вагондың тәүгеһе. Ул хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән пассажирҙарға салонға инеү һәм унан төшөү өсөн махсус ҡулайлама менән йыһазландырылған.
Республика етәксеһе Башҡортостан троллейбус заводының инвалидтар өсөн тәғәйенләнгән троллейбусын да ҡараны. Ул пассажирҙарҙы ултыртыу һәм төшөрөү ҡулайламаһының уңайһыҙ урынлашыуын билдәләне.
Депо һәм идаралыҡ етәкселәре республика башлығына Нефтекама автозаводында электробустар етештерелә башлауы, уларҙың ҡайһы бер ҡалаларҙа һынау үтеүе хаҡында хәбәр итте. Әммә Өфөлә электробустар әлегә юҡ. Рөстәм Хәмитов шунда уҡ “НефАЗ” йәмғиәтенең генераль директоры Рәйеф Маликовҡа шылтыратып, баш ҡалаға яңы транспорттың тәүге өлгөләрен ебәреүҙе талап итте.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад