Инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла04.09.2018
Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 27 муниципалитетында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә 50-нән ашыу инвестиция программаһы тормошҡа ашырыла.
Республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында билдәләүҙәренсә, бындай программаларҙы тормошҡа ашырыу коммуналь инфраструктура системаларын яңыртыуҙың һөҙөмтәле ысулдарының береһе булып тора. Шул арҡала уҙған йылда 74 километр йылылыҡ, 142 километр һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәре төҙөлгән һәм реконструкцияланған. 92 ҡаҙанлыҡ реконструкцияланған, 57 объектта һыу тәьминәте һәм һыу бүлеү системалары ҡорамалы яңыртылған, тип хәбәр иттеләр төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында.