Республикала бал сифатын билдәләү өсөн махсус лаборатория эшләй. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов “Роскачество” етәксеһе Максим Протасов менән осрашыуҙа ошо турала хәбәр итте.
– Беҙҙә бик яҡшы лабораториялар бар. Барлыҡ сифат талаптарына ярашлы эшләргә тырышабыҙ. Был беҙҙең иң танылған продукттарҙың береһе – башҡорт балына ла ҡағыла, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шыйыҡса, газ хроматографтары булған, хромато-масс-спектрометриялы ярайһы уҡ ҡиммәт махсус лаборатория һатып алдыҡ. Ул продукциялағы бәләкәй генә миҡдарҙағы бысраҡ ингредиенттарҙы ла асыҡлау мөмкинлеген бирә.
Әйтергә кәрәк, халыҡ-ара стандарттар балда антибиотиктар һәм зарарлы матдәләр күләменә ҡәтғи талаптар ҡуя. Әле илдә балға халыҡ-ара стандарттарға ярашлы анализ үткәрелгән өс кенә лаборатория эшләй. “Россельхознадзор” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостандағы лаборатория балды Таможня союзының техник шарттарына ярашлылыҡ йәһәтенән тикшереү мөмкинлеген бирә. Киләһе аҙым – халыҡ-ара аккредитация алыу.