Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Граждандар контроле» ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә һайлауҙы күҙәтеү буйынса колл-үҙәктең «Ҡыҙыу бәйләнеш» эшен ойошторҙо.
Колл-үҙәк эше бөгөн, 3 сентябрҙә башланды һәм 8 сентябргә тиклем дауам итә. Белгестәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.
9-10 сентябрҙә колл-үҙәк телефоны күп каналлы режимға күсерелә һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: 8-800-347-2-102.
Колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре консультациялар бирә һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтә.
«Колл-үҙәк Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙенең әһәмиәтле булыуын күрһәтте, 2018 йылдың мартында граждандарҙан 200-гә яҡын мөрәжәғәт килде, — тип һөйләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. — Башлыса һайлау участкаларының урынлашҡан урыны аныҡланды, халыҡты йәшәгән урындан ситтә тауыш биреү һәм башҡа мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындырҙы».
Һайлау барышы тураһында мәғлүмәтте эшкәртеү өсөн
[email protected] электрон почтаһы буйынса ла мәғлүмәт алыу күҙ уңында тотола.