Акция дауам итә03.09.2018
“Ҡала мөхите”, “Балалар спорты” һәм “Реаль эштәр” партия проекттары нигеҙендә объекттар асылыу айҡанлы Илеш районында байрамдар ойошторола.

Ошо көндәрҙә район биләмәһендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды. Быйыл Үрге Йәркәй ауылында алты ихата төҙөкләндерелде. Ошо маҡсатҡа федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 4 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде.

Илеш районында “Реаль эштәр көндәре” акцияһы дауам итә. Сентябрҙә Үрге Мансар урта мәктәбендә “Балалар спорты” проектына ярашлы яңыртылған спорт залын, “Реаль эштәр” проекты нигеҙендәге бер нисә объектты асыу тантаналары үтәсәк.


Вернуться назад