Хәйҙәр Вәлиев “тура бәйләнеш”кә сыҡты31.08.2018
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы халыҡ һайлауға килһен, ҡыҙыҡһынған һорауы яуап алһын өсөн “тура бәйләнеш” сараһын ойоштороуҙы яҡшы йолаға әйләндерҙе. 31 августа ошондай сираттағы сара үтте. Унда төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға әҙерлек һәм үткәреү мәсьәләренә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

Республика халҡы “тура бәйләнештә” әүҙем ҡатнашты, телефон бер минутҡа ла тынманы тип әйтергә лә мөмкин. Өфө, Күмертау ҡалаларында, Бөрө, Дүртөйлө, Шишмә, Туймазы һәм Ҡырмаҫҡалы райондарында йәшәүселәр бигерәк тә әүҙем булды. Ғөмүмән, был юлы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе егерменән ашыу һорауға яуап бирҙе. Шылтыратыусылар үҙендең һайлау учаскаңды нисек табыу, өйҙә тауыш биреү, һайлау исемлегендә фамилияң булмаған осраҡта нимә эшләргә кәрәклеге, дауаханала ятҡанда нисек тауыш биреү мөмкинлеге менән күберәк ҡыҙыҡһынды. Шулаҡ уҡ сит өлкәлә йәшәгән һәм эшләгән ватандаштарыбыҙ ҙа республикала һайлау барышы, тәртибенә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.

Әйткәндәй, республика Үҙәк һайлау комиссияһында “ҡыҙыу телефон” әле лә эшләй. Һайлауға ҡағылышлы һорауҙарығыҙ булһа, 8-800-347-54-54 һандарына шылтырата алаһығыҙ.


Вернуться назад