Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй сифат системаһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы» Максим Протасов менән осрашты.
Төбәктә етештерелгән тауарҙарҙың сифат һәм яҡтарҙың артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыу барышында Башҡортостан менән Рәсәй сифат системаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ Рәсәй сифат системаһының барлыҡ эшмәкәрлек төрҙәре буйынса берлектәге эште күҙ уңында тота, шул иҫәптән тауарҙарҙы тикшереү һәм республиканың һынау үҙәктәрен йәлеп итеү, баҙарҙа Сифат билдәһе ҡуйылған тауарҙар һатыу, шулай уҡ Башҡортостан предприятиеларында сифат менеджменты системаларын индереү.
Башҡортостан Рәсәй Федерацияһы субъекттары рейтингында сифат менеджменты һәм стандарттар индереү йәһәтенән лайыҡлы урын биләй, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Был эш артабан да дауам итер.
Максим Протасов Рәсәй сифат системаһының ил төбәктәрендәге эшмәкәрлегенең үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне һәм республиканың сығарылған продукцияның сифатын арттырыу буйынса эшен юғары баһаланы.
– Башҡортостан – сифат өлкәһендә үҙ премияһы булған өс төбәктең береһе, уның моделе федераль премияға оҡшаш, – тине Максим Протасов. – Уйлауымса, шул арҡала Башҡортостан – федераль премия дипломанттары һәм лауретттары һаны күҙлегенән лидерҙарҙың береһе. Дәүләт премияһына 100-гә яҡын предприятие дәғүә итте, 20-ләп предприятие дипломант йәки лауреат булды – был илдә иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Һуңғы йылда Башҡортостан предприятиеларынан ғаризалар һаны дүрт тапҡырға артты, был да ыңғай динамика.
Әлегә Башҡортостанда етештерелгән тауарҙар дәүләт Сифат билдәһенә эйә булмаһа ла, төбәктең ошо йүнәлештә етди мөмкинлектәре бар, тип иҫәпләй Максим Протасов.
Федераль институт етәксеһе төбәк менән тығыҙ эш итергә әҙерлеге тураһында белдерҙе.