“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Уңайлы мөхит”, “Урындағы башланғыстарҙы хуплау”, “Аныҡ эштәр”, “Хәүефһеҙ юлдар”, “Рәсәй ауылы” һәм башҡа күп проекттары, тормошобоҙға яңы һулыш өҫтәп, быға тиклем тормошҡа ашмаҫтай тойолған ғәмәлдәрҙе ысынбарлыҡ итте.
Яҡшы башланғыстар туҡталып ҡалмаясаҡ. “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең яңы башланғыстарға арналған форумында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Республика Йәмәғәт палатаһының Холоҡ төҙәтеү урындарында кеше хоҡуҡтарын тәьмин итеү буйынса йәмәғәт күҙәтеүе комиссияһы рәйесе Олег Ғәлин тәҡдим иткән проект иреккә сыҡҡан граждандарға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота.
Статистика һандары күрһәтеүенсә, бөгөн ҡабатлап енәйәт ҡылғандар һаны арта, сөнки иректә улар юғалып ҡала. “Беҙҙең бурыс – был граждандарҙың, башҡаса насар эштәр ҡылмаһын өсөн, үҙен йәмәғәткә кәрәкле итеп тойоуын тәьмин итеү”, – ти Олег Сергеевич.
Әле партия тарафынан өс хәйриә программаһы уңышлы бойомға ашырыла. “Хоҡуҡ десанты” проекты сиктәрендә холоҡ төҙәтеү учреждениеларына төрлө йүнәлештә эшләгән белгестәр килеп, хөкөм ителгәндәрҙең һорауҙарына яуап бирә. Ошо ярҙамдан файҙаланып, улар инвалидлыҡ юллай, документтарын тергеҙә ала. “Һин онотолмағанһың” программаһы ветерандарға йүнәлтелеп, оло быуын йәштәрҙең уларҙы онотмауын, йәмғиәттең хәстәрен тойһон өсөн әҙерләнгән. “Һин яңғыҙ түгел” программаһы сиктәрендә йыл әйләнәһенә Стәрлетамаҡ үҫмерҙәр өсөн холоҡ төҙәтеү колонияһында психолог, социаль хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙар үткәрелә, спорт ярыштары ойошторола.
Олег Ғәлин Башҡортостанда холоҡ төҙәтеү урындарынан иреккә сыҡҡан граждандар өсөн реабилитация үҙәген булдырыу мөһимлеген билдәләне.
Форумда “Халыҡ хәтере” акцияһы ла хуплау тапты. Ул республикала йәшәгән һәр кемгә атай-олатайҙарының Бөйөк Ватан һуғышындағы хәрби юлы һәм батырлығы хаҡында мәғлүмәт алырға ярҙам итәсәк. Был проектты Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең республикалағы бүлексәһе рәйесе Владимир Волков яҡлап сығыш яһаны.
Мәғлүмәттәрҙе интернет селтәре аша алыу мөмкин булһа ла, күптәр уны таба алмай йә эҙләй белмәй. Шуға күрә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындарҙағы бүлексәләрендә ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса ҡабул итеү ойоштороп, һәр ҡыҙыҡһынған кешегә мәғлүмәт табыуҙа ярҙам ҡулы һуҙыу тәҡдиме индерелде.
Акция 2 сентябрҙә – Икенсе донъя һуғышы тамамланған көндә старт аласаҡ.
Йыйында файҙалы тәҡдимдәр күп булды. Улар араһында тағы бер көнүҙәк проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгәне бар.
Башҡортостан Йөҙөү федерацияһының яуаплы секретары Рәфис Ғабдрахманов, быйыл төбәктә балаларҙың һыуҙа батып үлеү осрағының йышайыуын билдәләп, физкультура дәрестәрендә йөҙөргә өйрәтеү буйынса сәғәттәр индерергә тәҡдим итте.
Был программа ла хуплау тапты. Уны тәүҙә бер районда һынап ҡарарға, әгәр ҙә тәжрибә уңышлы килеп сыҡһа, республиканың бөтә ҡала-райондарында ла индерергә тигән фекергә килделәр. Физкультура уҡытыусылары ҡотҡарыусылар курсы үтәсәк.