Йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡыттылар30.08.2018
Партиялар һайлауҙың мөмкин тиклем ғәҙел, асыҡ һәм көйлө үтеүе яҡлы. “Берҙәм Рәсәй “ партияһының Төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғизәтуллин күҙәтеүселәр менән үткәрелгән семинарҙа ошо турала белдерҙе.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Довлатова күҙәтеүселәргә Берҙәм тауыш биреү көнөндә уларҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын аңлатты. Сарала ҡатнашыусылар менән һайлау участкаларында йыш осраған мәсьәләләрҙе, хәл-шарттарҙы тикшерҙеләр. Онлайн тәртибендәге белем биреү семинары республиканың барлыҡ ҡала, райондарында үтте.

Әйткәндәй, “Берҙәм Рәсәй” ағзалары һәм уның яҡлылар ғына түгел, шулай уҡ партияһыҙҙар, студенттар, һөнәри, йәштәр берләшмәләре вәкилдәре күҙәтеүсе була ала.

– Тауыш биреүҙә тәүге тапҡыр күҙәтеүсе сифатында ҡатнашам, шуға күрә ошо курсҡа килдем, – тине семинарҙа Әлиә Йосопова. – Үҙем өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт алдым. Хоҡуҡи мәсьәләләргә төшөндөм, документтарҙы дөрөҫ тултырырға өйрәндем.

Әле урындағы бүлексәләр һайлау комиссияһы ағзаларына тейешле бланктар ебәрә. Күҙәтеүселәргә шулай уҡ иҫкәрмәләр һәм инструкциялар тапшырыласаҡ.

– Тауыш биреү көнөндә һеҙгә бик ҙур бурыс йөкмәтелә. Тәү сиратта күҙәтеүсене беҙ участка һайлау комиссияларының ярҙамсыһы итеп күрәбеҙ, сөнки Берҙәм тауыш биреү көнө һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә көсөргәнешле буласаҡ. Беҙ бер командала эшләргә тейешбеҙ. Маҡсатыбыҙ уртаҡ – легитимлыҡ һәм законлылыҡ нигеҙендә Партиябыҙҙың еңеүенә өлгәшеү, – тине Руслан Ғизәтуллин.

Күҙәтеүселәр өсөн уҡыу партияның Төбәк башҡарма комитеты нигеҙендә үтте һәм онлайн тәртибендә бөтә республикаға тапшырылды.


Вернуться назад