Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында мәғариф системаһының яңы уҡыу йылы башланыуға әҙерлегенә арналған селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Премьер-министр хәҙер белем биреү темаһы менән ике ойошма – Мәғариф һәм фән министрлығы менән Мәғариф министрлығы шөғөлләнеүе тураһында белдерҙе һәм төбәктәр власын улар менән әүҙем эш итергә саҡырҙы.
– Төп маҡсат – дөйөм белем биреү сифаты буйынса алты йыл эсендә донъяла алдынғы илдәр тиҫтәһенә инеү, – тине Дмитрий Анатольевич. – Илебеҙ халҡының – мәктәпкәсә йәштәгеләрҙән алып өлкәндәргә тиклем – өҙлөкһөҙ белем алыуы һәм үҫеүе өсөн берҙәм киңлек булдырыу шарт.
Хөкүмәт Рәйесе әйтеүенсә, быйыл Рәсәйҙә 15 миллиондан ашыу бала уҡыясаҡ. Күп йәһәттән мәктәптәр яңы уҡыу йылына әҙер тиерлек – төҙөкләндерелгән, йыһазландырылған. Дәреслектәр етерлек. Былтыр федераль үҙәк ярҙамы менән төбәктәрҙә 1500-ҙән ашыу яңы мәктәп автобусы барлыҡҡа килгән, уларҙың дөйөм һаны 27 меңгә еткән. Сентябрҙә 67 яңы мәктәп ишектәрен асасаҡ. Йыл аҙағына тиклем тағы ла 119-ы эшен башлаясаҡ. Белем усаҡтарында 100 мең самаһы өҫтәмә урын барлыҡҡа киләсәк.
Дмитрий Медведев илдә өс-ете йәшлек балалар өсөн мәктәпкәсә учреждениеларға сираттың бөтөүен билдәләне. Һуңғы йылдарҙа 1,5 миллионға яҡын өҫтәмә урын барлыҡҡа килгән.
– Бөгөн беҙ яслегә, ясле төркөмдәрендә сират мәсьәләһе менән етди шөғөлләнәбеҙ, – тине Хөкүмәт Рәйесе. – Быйылдан башлап үҙәк өс йәшкә тиклемге балалар өсөн баҡсала өҫтәмә урындар булдырыуҙың төбәк программаларын берлектә финанслай.
Премьер-министр белдереүенсә, һуңғы алты йылда юғары уҡыу йорттары селтәре ярайһы уҡ яңыртылды. Һөҙөмтәһеҙ эшләгән институттар һәм университеттар (дөйөм һандың сирек өлөшө тиерлек) үҙгәртеп ҡоролдо йәки ябылды.