Константин ТОЛКАЧЕВ, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе:30.08.2018
– Президенттың пенсия реформаһын камиллаштырыуға ҡағылышлы ҡарашы республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының күп тапҡыр белдергән уртаҡ фекере менән ауаздаш: пенсия системаһын үҙгәртеү мотлаҡ пенсионерҙарҙың социаль статусын күтәреүгә йүнәлтелергә тейеш.

Башҡортостанда депутаттар пенсия реформаһы мәсьәләһе буйынса халыҡ менән байтаҡ осрашыу үткәрҙе, ҙур предприятиеларҙағы хеҙмәт коллективтары менән аралашты. Республика граждандарынан пенсия системаһы тураһындағы закон проектына байтаҡ тәҡдимдәр килде.

Улар пенсия йәшен арттырыу этаптарының дауамлылығына, өлкәндәрҙе эш менән тәьмин итеү гарантияларына, күп балалы әсәләрҙең, ауыл халҡының, “ҡыҙыу” цехтар эшселәренең, чернобылселәрҙең һәм ҡайһы бер башҡа граждандар категорияларының пенсияға сығыу шарттарына бәйле. Был тәҡдимдәрҙе беҙ Дәүләт Думаһына тапшырҙыҡ. Улар закон проектына дәүләт етәксеһе индергән төҙәтмәләр менән ауаздаш тиерлек.


Вернуться назад