Коррупцияға ҡаршы көрәш ҡыҙа29.08.2018
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов коррупцияға ҡаршы эште көйләү комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Төбәк етәксеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 – 2020 йылдарға Коррупцияға ҡаршы эш итеүҙең милли планын раҫлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуын хәтергә төшөрҙө.

Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, коррупцияға ҡаршы республика планына тейешле үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, киләһе йылдың 1 ғинуарынан мөлкәт һәм килем тураһында мәғлүмәт тапшырырға тейешле кешеләрҙең барыһы ла быны махсус компьютер программаһын файҙаланып башҡарырға тейеш. Был бөтә кимәлдәге депутаттарға, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла. Әлегә тиклем ошондай ғәмәл республика Хөкүмәте ағзаларына, Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә, министр урынбаҫарҙарына ҡарата индерелгәйне.

Бынан тыш, федераль законға ярашлы, быйылдан башлап бөтә урындағы Совет депутаттары республика Башлығына үҙ килемдәре тураһында мәғлүмәт тәҡдим итергә бурыслы. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошо талапты үтәмәгән өсөн 25 депутат мандаттан мәхрүм ителде.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы составында ойошторолған өр-яңы структура – Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы тураһында һөйләне. Идаралыҡҡа тәжрибәле һәм компетентлы хеҙмәткәрҙәр ингән, уның эш һөҙөмтәләре төбәк етәксеһенең шәхси контролендә буласаҡ.

Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы секретары Алексей Касьянов дәүләт хеҙмәткәрҙәре тарафынан мәнфәғәттәр бәхәсенә юл ҡуймауға йәки уларҙы көйләүгә бәйле талаптарҙы үтәмәү осраҡтарын асыҡлау буйынса эш барышы тураһында хәбәр итте. Мәҫәлән, 2017 йылда һәм 2018 йылдың тәүге яртыһында республика власть органдарында ошондай 15, урындағы үҙидара органдарында иһә 17 осраҡ асыҡланған. Уларҙың күпселегендә хеҙмәткәрҙәр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, эштән бушатылған.

2018 йылғы декларация кампанияһы йомғаҡтары буйынса туғыҙ меңгә яҡын урындағы депутаттан 30 меңдән ашыу белешмә алынған. Уларҙың килеме тураһындағы белешмә ҡағыҙҙарын анализлау һөҙөмтәһендә 25 депутат вәкәләттәренән ваҡытынан алда мәхүрм ителгән, тағы ла алтыһының эше буйынса мәсьәлә ауыл биләмә Советтарының киләһе ултырыштарында хәл ителәсәк.


Вернуться назад