Бер эштән ике файҙа алып...29.08.2018
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ҡала мөхите” өҫтөнлөклө проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә, йылдар дауамында төҙөкләндерелмәй килгән ихаталар, йәмәғәт урындары, парк һәм сквер­ҙар яңы һулыш алды. Туймазылар ҙа, ошо федераль проектҡа ярашлы, ҡаланы төҙөкләндереү буйынса күп кенә эш башҡарған.

Былтыр күп фатирлы 14 йорт ҡа­раған алты ихатаны төҙөкләндер­гән­дәр, шул иҫәптән тротуарҙарҙы һәм йортҡа илтеүсе юлдарҙы, автомо­билдәр ҡуйыу урындарын ремонтла­ғандар, уйын һәм спорт майҙан­сыҡтары төҙөгәндәр, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйғандар, электр бағаналарын күсергәндәр.

Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында яҡтыртыу ҡорамалдарына капиталь ремонт эшләнгән, яңы эскәмйәләр, урналар ҡуйылған, воркаут өсөн резина япма түшәлгән, шул иҫәптән тротуар, йәйәүлеләр юлы, балалар майҙансығы һәм ял итеү өсөн башҡа уңайлыҡтар тыуҙы­рылған. “Башҡорт­остан” ҡунаҡханаһы алдын­да­ғы спорт майҙансығын төҙөклән­дер­гәндәр, асфальт-бетондан тротуар һалғандар. Салауат Юлаев һәм Островский урамдары киҫешкән юл сатында ҡала символы менән стела, яҡтыртыу ҡорамалдары, кәртә ҡу­йылған. Шулай уҡ былтыр барлыҡҡа килгән “Яңы ғына өйләнешкән парҙар көймәһе”, “Мөхәббәт ағасы” кеүек артобъекттар туймазыларҙың яратҡан урынына әйләнгән.

Ошо проекттарҙы бойомға ашы­рыуға 44 миллион 878 мең һумдан ашыу аҡса йүнәлтелһә, уның 30 миллион 426 мең һумы – ихаталарҙы, 14 миллион 452 мең һумы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә тотонолған. Аҡсаның төп өлөшө – 35 миллион 986 мең һумы – федераль бюджеттан бүленгән, ҡалғаны – республика бюджетынан һәм халыҡтан йыйылған аҡса.

“Туймазы ҡала биләмәһенең заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” муниципаль про­грам­маһын тормошҡа ашырыу буйынса эш­тәр­ҙе башҡарыуға конкурс үткәреп, ихата биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн бүленгән аҡсаның 2 миллион 170 мең һумын экономия­лағандар һәм ул аҡсаны өҫтәмә уйын һәм спорт майҙансыҡтарын, урам өсөн яҡтыртыу ҡорамалдарын, урналар, эскәмйәләр алыуға тотонғандар. Йәмәғәт биләмәләрен төҙөклән­дереү эштәренә конкурс үткәреп, экономия­ланған 1 миллион 814 мең һумға Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында “Мин Туймазыны яратам” архитектур форма, тимер кәртәләр ҡуйғандар, ингән урынға арка эшләткәндәр. Шулай итеп, аҡсаны тотона белгәндә, күп файҙа алып булғанын туймазылар эштәре аша күрһәтә.

Әйткәндәй, Туймазы ҡалаһы былтыр республикала “Төҙөкләндереү буйынса иң яҡшы ҡала” конкурсында беренсе урынды яулаған, Рәсәй буйынса өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелгән.

Туймазы – төҙөк ҡала, әммә бында өлгәшел­гәндәр менән генә сикләнергә йыйынмайҙар. Үҫеп килгән йәш быуын да ҡаланың төҙөклөгөнә бик талапсан, улар матур, уңайлыҡтары булған биләмәлә йәшәргә теләй. Беҙ быға Комаров урамындағы резина түшәлгән спорт майҙан­сығында футбол уйнап йөрөгән үҫмерҙәр менән аралашҡанда тағы бер инандыҡ. Уларҙың: “Ҡалала ошондай дүрт майҙан булһа, беҙҙең барыбыҙға ла рәхәтләнеп футбол уйнау өсөн урын етер ине”, – тип әйтеүе лә ошо хаҡта һөйләй.

Әйткәндәй, быйыл Туймазы ҡалаһында төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәк. Ошо маҡсатта 22 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уны күп фатирлы йорттар ҡараған ике ихатаны, Ветерандар аллеяһын, “Олимпиец” спорт-һауыҡтырыу комплексының теннис кортын төҙөкләндереүгә һәм “Спартак” стадионында мини-футбол спорт майҙансығын ҡуйыуға йүнәлтәсәктәр.


Вернуться назад