Проекттар төҙөкләндереүгә йүнәлтелә28.08.2018
“Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектына ярашлы республикала мөһим социаль объекттар төҙөкләндерелә. Быйыл Мәләүез районының Богородский ауылындағы мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы йүнәтелгән, был эшкә 200 мең һум самаһы аҡса бүленгән.

Дарьино ауылында иһә Партизан ауыл мәҙәниәт йортоноң болдоро төҙөкләндерелгән. Бында иҙәнде, нигеҙҙе, фасадты яңыртҡандар. Антоновка ауылындағы мәҙәниәт йорто бинаһында ағас тәҙрәләр һәм ишектәр пластикка алмаштырылған.

“Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан районға 3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был аҡсаға Нөгөш ауылында балалар майҙансығын төҙөгәндәр, Первомайский ауылында балалар баҡсаһы йыһазландырылған, Аптыраҡ ауылындағы зыярат, Смаҡ мәктәбе биләмәһе ҡоймаланған. Ҡалала 16-сы балалар баҡсаһы өсөн аҙыҡ-түлек блогына технологик ҡорамалдар һатып алынған, ә 4-се мәктәптә ГТО нормаларын тапшырыу өсөн спорт тренажерҙары ҡуйылған. Былтыр иһә Корнеевка ауылындағы мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелгәйне.


Вернуться назад