“Мәсетле оҫтаханаһы” иң-иңдәрҙе йыйҙы28.08.2018
Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман райондарынан, шулай уҡ Свердловск өлкәһенең Красноуфимск районынан, Әртә ҡалаһынан, Силәбе өлкәһенең Наҙы-Петровск районынан иң яҡшы оҫталар Мәсетле районына йыйылды.

“Мәсетле оҫтаханаһы” байрамында “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары, уның яҡлылар әүҙем ҡатнашты.

Сараның рәсми өлөшө командаларҙың тантаналы парады һәм үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланды. Ҡатнашыусылар бәйгегә ныҡлы әҙерләнгән. Сығыштарҙан сәхнә гөрләп торҙо. Йыр, шиғыр, бейеү номинацияларында Әртә ҡалаһы еңеү яуланы. Икенсе урында – Нуриман, өсөнсө урында – Мәсетле һәм Балаҡатай райондары. Конкурс программаһында мейес һалыу, умартасылыҡ, ҡоҙоҡ өсөн бура яһау, ҡул эштәре буйынса көс һынаштылар. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт байрамға йәм өҫтәне.

Сара нигеҙендә төбәк-ара һәм муниципаль-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға арналған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо.


Вернуться назад