Майғаҙыларҙың ҡыуанысы28.08.2018
Оҙаҡ йылдар Балаҡатай районының Майғаҙы ауылы халҡына ҡаршы яҡ ярға эшкә, мәктәпкә хәүефле иҫке күперҙән йөрөргә тура килә ине. Был мәсьәлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты ярҙамында хәл ителгән.
Халыҡтың башланғысы менән урындағы йыйында яңы күпер төҙөргә ҡарар сығарылған. Ремонтҡа төбәк ҡаҙнаһынан 100 мең һум самаһы аҡса бүленгән. Төҙөүселәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күпер конструкцияһын ҡорған.
– Күпер ауыл халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, – ти биләмә башлығы Елена Худякова. – Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән бындай проект бик кәрәк. Уға ярашлы ҡуйылған бурыстарҙың барыһы ла тормошҡа ашырыла.