Республикала 25 урындағы Совет рәйесе депутат дәрәжәһенән мәхрүм ителде. Улар килеме тураһында мәғлүмәт тапшырмаған, йәки ялған һандар күрһәткән. Коррупцияға ҡаршы эш итеү комиссияһы ултырышында Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе.
Хәҙер ошо депутаттарҙың ҡайһы берҙәренә ҡарата тейешле тикшереү саралары үткәрелә. Әйткәндәй, күптән түгел генә төбәктә республика Башлығының Коррупцияға ҡаршы эш итеү идаралығы ойошторолғайны. Яңы структураға тәжрибәле, компетентлы хеҙмәткәрҙәр ингән.
Ведомствоның эш һөҙөмтәләре Рөстәм Хәмитовтың шәхси контролендә буласаҡ. Бынан тыш, әле Башҡортостан Хөкүмәтенә “Коррупцияны һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү” ярҙамсы программаһы проекты тәҡдим ителде.