Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһының 60-сы ултырышында биш һорау ҡаралды. Уны комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев алып барҙы.
Тәүге һорау һәр кемде борсоған пенсия реформаһына ҡағылышлы булды. Башҡортостандан бер төркөм граждандар был мәсьәләне хәл итеү буйынса Рәсәйҙә референдум үткәреү буйынса мөрәжәғәтте теркәүҙе һораған. Үҙәк һайлау комиссияһы төбәк төркөмөнөң тәҡдимен теркәү тураһында ыңғай ҡарар ҡабул итте.
Шулай уҡ ултырышта Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарамағындағы Контроль-ревизия хеҙмәте составын үҙгәртеү мәсьәләһе лә тикшерелде.
Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауҙа, һайлаусыларҙың бер үк күләмдә тауышын йыйған осраҡта, бер мандатлы һайлау округы буйынса теркәлгән кандидаттарҙы билдәләү өсөн йәрәбә үткәреү тәртибе лә билдәләнде. Салауат районы территориаль һайлау комиссияһы ағзалары составына үҙгәрештәр индереү мәсьәләһе ҡаралды.
Ултырыш эшендә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Евгений Шевченко ҡатнашты. Көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләләр ҡаралғандан һуң, ул төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.