31 августа иртәнге сәғәт 10-дан 11-гә тиклем Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиев 2018 йылдың 1 сентябрендәге берҙәм тауыш биреү көнөндә алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлауға әҙерләнеү һәм уны үткәреү мәсьәләләре буйынса телефон аша “Тура элемтә” үткәрә.
Һорауҙар Үҙәк һайлау комиссияһының күп каналлы 8 800 347 54 54 телефоны аша ҡабул ителә. Шылтыратыу бушлай. Һорауҙарыҙы шулай уҡ алдан
[email protected] электрон почтаһы адресына ебәрергә мөмкин. Унда “тура элемтә” билдәһен ҡуйыу шарт. Яуаптар төбәк дәүләт ваҡытлы матбуғат баҫмаларында һәм Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында баҫыла.