Көньяҡ-көнсығыш йыйыны27.08.2018
Сибайҙа үткән “Берҙәм Рәсәй” шәхестәре” форумы республиканың көньяҡ-көнсығышындағы һигеҙ район вәкилдәрен йыйҙы. Делегаттар алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына субтөбәк халҡынан наказдар йыйыу өсөн биләмәне үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе.

Сибайҙарҙы руда базаһын үҫтереү мәсьәләһе борсой ине. Ҡала ятҡылығындағы сеймал киләһе 12 йылға ғына етәсәк. Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты вәкилдәре Яңы Петровский ятҡылығын эшкәртеүгә бәйле мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам һораны.

Әбйәлилдәр юл селтәрен үҫтереү темаһын күтәрҙе. Атап әйткәндә, урындағы халыҡ районды Сибай менән бәйләгән автомобиль юлына зарлана, дүртенсе йыл инде 19 саҡрымлыҡ участканы төҙөкләндереүгә өлгәшә алмай.

Йыйында шулай уҡ ауыл һәм ҡала музейҙарын үҫтереү, Сибайҙа бассейн төҙөү йәһәтенән тәҡдимдәр яңғыраны. Граждандар “Урал аръяғы – уңайлы үҫеш биләмәһе” комплекслы программаһын тәҡдим итте.


Вернуться назад