Владимир Путин —өсөнсөгә Рәсәй Президенты08.05.2012
Владимир Путин —өсөнсөгә Рәсәй ПрезидентыБөйөк Еңеү байрамы алдынан Владимир Путин рәсми рәүештә Рәсәй Президенты вазифаһын ҡабул итте.
Ҙур Кремль һарайының Андреевский залында үткән тантанаға төрлө тармаҡтан өс мең тирәһе кеше — Дәүләт Думаһы депутаттары, Рәсәй Хөкүмәте ағзалары, Конституция Суды судьялары, дәүләт власының башҡа федераль органдары вәкилдәре, төрлө тармаҡ эшмәкәрҙәре саҡырылғайны. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Дәүләттең элекке башлығы Дмитрий Медведев, Рәсәйҙең һуңғы йылдарҙағы үҫешенә төплө анализ яһап, баһа бирҙе, халыҡтың күпселегенең яҡлауын тапҡан Владимир Путиндың ил менән лайыҡлы идара итеренә ышаныс белдерҙе. Артабан һүҙ В.В. Путинға бирелде. Ул, юғары вазифаһын Рәсәй халҡы мәнфәғәттәрендә лайыҡлы башҡарасағы тураһында белдереп, йола буйынса Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының махсус данаһына уң ҡулын ҡуйып ант бирҙе: “Рәсәй Федерацияһы Президенты вәкәләттәрен бойомға ашырғанда кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын хөрмәт итергә һәм һаҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын үтәргә һәм һаҡларға, дәүләттең суверенитетын, бойондороҡһоҙлоғон, именлеген һәм бөтөнлөгөн һаҡларға, халыҡҡа тоғро хеҙмәт итергә ант итәм!”
В.В. Путин, тантанала сығыш яһап, Рәсәй алдында яңы ҙур, әммә үтәлерлек бурыстар тороуын билдәләне.
— Берҙәм, ойошҡан халыҡ булғанда, Ватаныбыҙҙы ҡәҙерләгәндә, демократияны, конституцион хоҡуғын һәм азатлыҡты нығытҡанда, ил менән идара итеүҙә граждандарҙың ҡатнашлығын киңәйткәндә генә маҡсатыбыҙға өлгәшәсәкбеҙ, — тине ул.
Владимир Владимирович үҙ вазифаһын намыҫлы башҡарғаны өсөн дәүләттең элекке башлығы Д.А. Медведевҡа рәсәйҙәр исеменән рәхмәт белдерҙе.
Тантана Собор майҙанында Президент полкының парады менән тамамланды.
Шулай итеп, Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Президенты сифатында өсөнсө тапҡыр инаугурация (вазифаға инеү тантанаһы) ғәмәлен үтте.


Вернуться назад